Төпкөл ауылымдың ҡыштары. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *




Иҫемдә шул, шундай иҫемдә
Ҡышҡы эңер, киске ҡар төҫө,
Торбаларҙан сыҡҡан аҡ төтөн
Әскелт ыҫын ҡушҡан ҡар еҫе.
Шығыр-шығыр - һис бер сер ҡалмай
Кем өйөнә кемдең ингәне,
Ҡайһы йортта ҡайнап ни бешә,
Ҡайһы йортта нимә көйгәне.
Һуңлап ҡына шәмдәр ҡабына
Ут үтмәгән төпкөл ауылда,
Кәрәсин дә хатта иҫәпле,
Шәм ҡыуығы - байлыҡ һанында.
Татһыҙ сәйҙе һөтһөҙ һемереп
Һыйыр быҙаулауын көтөүҙәр,
Төндәр буйы ҡура һағалап
Кәрәк төндә йоҡлап китеүҙәр...
Һөйөнөүҙәр: быҙау туңмаған,
Өй эйәһе, тиеп, уятты.
Һыйлы көнөң - һыйыр,
Ауылда
Йәшәнек бит уға күҙ атып.
Ыуыҙ ҡоймаҡтары - хан һыйы,
Еҫе уйнай ауыл өҫтөндә,
Балаларға быҙау - йыуаныс,
Тамаҡ та туҡ, күңел бөтөн дә...
Күрше-күлән бергә йыйылып
Йөн тетеүҙәр, бәйләм бәйләүҙәр,
Самауырҙы ҡат-ҡат ҡайнатып,
Аҡҡа тейендек, тип сәйләүҙәр.
Әкиәттәр һөйләй инәйҙәр
Балаларҙың алып һуштарын.
...Әкиәттә генә ҡалғандай
Төпкөл ауылымдың ҡыштары...

*Аҡ - һөт һүҙенең синонимы


2013